Тылсымлы әкиәттәр


Әкиәт эпосының иң ҙур өлөшөн тылсымлы әкиәттәр тәшкил итә. Улар, ҡайһы бер фольклорсыларҙың раҫлауынса, тәүтормош-община ҡоролошоноң емерелеүе осоронда тыуғандар.

Тылсымлы әкиәттәрҙә фантастика башҡа төрҙәрҙең бөтәһенә ҡарағанда ла ҙурыраҡ урын ала. Уларҙа аждаһа, дейеү, мәскәй кеүек төрлө мифик заттарҙы, көҙгө, тараҡ, ашъяулыҡ, бүрек, итек, таяҡ кеүек тылсымлы әйберҙәрҙе, осҡос балаҫтарҙы, ҡанатлы толпарҙарҙы, кешесә һөйләшер ат, эт, бесәй һәм башҡа бик күп тылсымлы хайуандарҙы осратырға мөмкин. Тылсымлы әкиәттәрҙә боронғо кешеләрҙең төрлө ышаныуҙарына, анимистик һәм тотемистик ҡараштарына бәйләнешле күренештәр менән хәл-ваҡиғалар ҙа киң генә урын ала. Мифологик ҡараштар һәм ышаныуҙар әкиәттәрҙә үҙҙәренең тура мәғәнәләрендә түгел, ә яңы сифатта, фантастик уйҙырма һәм мөғжизә сығанағы булараҡ сағылалар. Дейеү, аждаһа, убырлы ҡарсыҡ кеүек яуыз көстәр ҙә үҙҙәренең иң тәүге мәғәнәләрендә (тәбиғәт күренештәренең боронғо кеше аңындағы сағылышы рәүешендә) түгел, бәлки хакимлек итеүсе социаль көстәрҙең фантастик кәүҙәләнеше булараҡ сығыш яһайҙар.

Тылсымлы әкиәттәрҙең йөкмәткеһе геройҙың башынан үт-кәндәрен һөйләп сығыуҙан ғибарәт. Ҡағиҙә рәүешендә, әкиәт геройы бер генә һынауҙы түгел, ә һынауҙар теҙмәһен үтә. Ләкин ул был һынауҙарҙы һәм ҡаршылыҡтарҙы үҙенең физик көсө һәм таҫыллығы менән түгел, ә тылсым йәки хәйлә ярҙа-мында еңеп сыға. Батырҙар тураһындағы әкиәттәр менән сағыштырып ҡарағанда, тылсымлы әкиәттәрҙең геройы байтаҡ пассив. Үлем менән йәшәү хәл ителер ситуацияларҙа да ул активлек күрһәтмәй, ә тылсымлы көстәргә таянып эш итә. Уға, ниндәй генә шарттарҙа булмаһын, тылсым эйәһе лә осрап тора. Ҡыҫҡаһы, әкиәт теге йәки был геройҙы бәхетле иткән тылсым эйәләрен, тылсымлы шарттарҙы поэтикләштерә.

Әкиәттәрҙә тылсым көсө күбеһенсә хайуандарҙа, ҡоштарҙа һәм төрлө әйберҙәрҙә күрһәтелә. Әкиәт батырына тимер-күк, һары, ҡола аттар ҙа, алтмыш ҡолас ала бейә лә, ҡанатлы толпар ҙа, күгәрсен дә, турғай ҙа, ябалаҡ та, алтын ҡош та ярҙамға килә. Мейес, көршәк, ишек, ҡаҙан, уҡ, һаҙаҡ, һөңгө, мылтыҡ кәүек тылсымлы әйберҙәр уға хеҙмәт итә. Һыйыр, һарыҡ, кәзә, ат кеүек йорт хайуандары ла уға булышалар. Тылсым ярҙамында герой һәр бер теләгенә ирешә, теләгән еренә барып етә, теләгән ҡиәфәткә инә ала.

Ваҡиғалар үҫешендә әкиәт геройының һәм уға хеҙмәт иткән тылсымлы көстәрҙең активлек йәки пассивлек дәрәжәһенә ҡарап, тылсымлы әкиәттәрҙе өс төркөмсәгә бүләләр: саф тылсымлы (русса; собственно-волшебные), тылсымлы героик һәм тылсымлы-авантюр (йәки мажаралы) әкиәттәр. Был, әлбиттә, үтә шартлы бүленеш.

Саф тылсымлы әкиәттәрҙә герой үтә пассив, ул һис ниндәй үҙаллы эш-хәрәкәт башҡармай. Уның өсөн бөтәһен дә тылсым эйәһе эшләй. (Был китаптағы тылсымлы әкиәттәр шундай.) Тылсымлы героик әкиәттәрҙең геройы иһә үҙе лә ваҡиғалар үҫешендә шаҡтай актив ҡатнаша. Ләкин батырҙар тураһындағы әкиәттәрҙән айырмалы рәүештә, тылсымлы героик әкиәттәрҙә геройҙың активлеге үҙенсәлекле һәм сикләнгән. (Был төркөмсәгә ингән әкиәттәр икенсе китапта бирелә, улар хаҡында һүҙ ҙә шунда әйтелә.)

Саф тылсымлы әкиәттәрҙән айырмалы рәүештә, тылсымлы героик һәм тылсымлы авантюр әкиәттәр, батырҙар тураһындағы әкиәттәр кеүек, героик йөкмәткеле булалар. Йыш ҡына бер үк сюжеттең тылсымлы вариантын да, тылсымлы героик йәки тылсымлы мажаралы вариантын да, йәки хатта батырҙың үҙ ҡаһарманлығы асыҡ сағылған вариантын да осратырға мөмкин. Был иһә халыҡ телендә тылсымлы әкиәттәрҙең байтаҡ трансформацияға юлығыуын, бер үк сюжеттең төрлөсә идея-эстетик йөкмәтке менән Йәшәүен аңлата.

Саф тылсымлы әкиәттәрҙә феодализм, капитализм осорҙарына хас булған күренештәр менән бер рәттән, кешелектең тәүтормош дәүерен характерләгон һыҙаттар ҙа урын алған. Уларҙа экзогамияның, матриархаттың, шулай уҡ патриархаттың айырым һыҙаттары тороп ҡалған. Феодализм һәм унан һуңғы дәүерҙәрҙә саф тылсымлы әкиәттәргә яңы йөкмәтке ҡатламдар яғылған. Тәүтормош ырыуының һәм патриархаль ғаиләнең тарҡалыуын сағылдырған «ғаилә мотивтәре» хәҙер феодализм һәм унан һуңғы тарихи осорҙарҙағы социаль процестәрҙе лә кәүҙәләндерә башлағандар. Шулай итеп әкиәт тәрән мәғәнәгә, киң дөйөмләштерелгән йөкмәткегә эйә булған. Ул бото дәүерҙәрҙең ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп килгән. Тылсымлы әкиәттәрҙә лә хеҙмәт кешеләренең көнкүреше, ҡайнар хыялдары һәм ынтылыштары үҙенсәлекле кәүҙәләнеш алған, тормошто уҙ ҡараштарына һәм идеалдарына ярашлы итеп ҡорорға тырышыуҙары фантастика ярҙамында әйтеп бирелгән.

Тылсымлы әкиәттәр, тулайым алғанда, изгелек менән яуызлыҡ керәшен күрһәтәләр. Төп герой булып, күбеһенсә, бер бабай менән бер әбейҙең йә яңғыҙ улы, йә өс улдың иң кесеһе кәүҙәләнә. Саф тылсымлы әкиәттәрҙең бер ҙур өлөшө – үгәй ҡыҙ йәки үгәй малай тураһында. Яңғыҙ әсәнең еткән ҡыҙы йәки убырлы ҡәйнәнең бахыр килене тураһындағы әкиәттәр ҙә байтаҡ. Был тип геройҙарҙың барыһы осон дә уртаҡ бер сифат бар: улар – кәмһетелгән, ҡыйырһытылған кешеләр; йәберләүселәр– өлкән туғандар, үгәй әсәләр, ҡәйнәләр.

Күп әкиәттәрҙә яуызлыҡ мифик заттар: дейеү, мәскәй, һыу инәһе һәм убырлы ҡарсыҡ образдарында кәүҙәләнә, ә ҡайһы бер сюжеттәрҙә батша, хан образдарында бирелә. Бында шуныһын дөрөҫ аңлау мөһим: батша, хан образдарында, әлбиттә, конкрет тарихи шәхестәр түгел, ә уларҙың кире һыҙаттары киң дөйөмләштереп кәүҙәләндерелә. Әкиәттәрҙә яуыз хандар, батшалар, дейеү, аждаһа, мәскәй образдары кеүек үк, фантастик уйҙырма формаһында ҡабул ителәләр. Йыш ҡына бер үк сюжеттең бер вариантында яуыз кес дейеү йәки аждаһа итеп бирелһә, икенсеһендә ул батша йәки хан образында кәүҙәләнә. Ҡомһоҙлоҡ, ҡаты бәғерлелек кеүек сифаттар мифик көстәргә лә, батша һәм хандарға ла хас.

Саф тылсымлы әкиәттәрҙең персонаждары күп торло. Әммә уларға ғаилә һәм социаль-көнкүреш характерендәге бер нисә үҙәк тема хас: торло ҡара көстәргә ҡаршы көрәш; бәхет яулау; мал табыу; ғаилә ҡороу; ауыр һынауҙар үтеп, маҡсатҡа ирешеү; хаҡлыҡ менән дөрөҫлөктө урынлаштырыу; нахаҡҡа кәмһетелгән һәм үгәйһетелгәндәрҙең ҡоһорон алыу һ. б.

Төп геройҙың эш-ҡылығында халыҡтың социаль-ынтылыштарын һәм идеалын сағылдырыу, оптимизм тойғоһо – әкиәт жанрының дөйөм сифаты. Был сифат тылсымлы әкиәттәрҙә ле ?У Урын ала. Ҡыйырһытылып, кәмһетелеп көн күрһәләр ҙә, бик насар гына кейенеп, ярлы тормошта йәшәһәләр ҙә, тылсымлы әкиәт геройҙары – шулай уҡ югары әхлаҡлы, көр күңелле кешеләр. Төрлө һынауҙарҙы үтеп, күп ҡаршылыҡтарҙы еңеп, хаҡлыҡ урынлаштырған геройҙың батша булып ал ыуында ла халыҡ хыялы сағылған. Хеҙмәт халҡы иҙелгәндәрҙе, ҡыйырһытылғандарҙы яҡлар, улар мәнфәғәтен күҙәтер «ғәҙел батша» тураһында хыялланған. «Түбән» заттың «оло» затҡаәүерелеүе әкиәт фантастикаһының бер үҙенсәлекле эстетик законы булып киткән.

Саф тылсымлы әкиәттәрҙең йөкмәткеһе лә, ҡағиҙә рәүешендә, донъяны үҙгәртеп ҡороу менән бәйләнгән; яуызлыҡ фашлана, ҡара көстәр еңелә, һәр кем, һәр нәмә үҙенең лайыҡлы урынына ҡуйыла. Шулай итеп, халыҡ үҙенең хыялында ғәҙеллек һәм тигеҙлек хөкөм һөргән яңы донъя төҙөй. Был донъя халыҡтың идеалына, тарихи тәжрибәһенә һәм донъяға ҡара-

шына ярашлы булып тора. Бында патриархаль тормош шарттарында тәрбиәләнгән аңдың сикләнгәнлеге лә бик асыҡ сағыла: ижтимағи үҫеш закондарын таныуҙан әле бик алыҫ торған

Г халыҡ батшаһыҙ донъяны күҙ алдына килтерә алмай.

Тылсымлы әкиәттәрҙә «түбән» заттың «юғары» затҡа әүерелеүен күрһәтеү йәһәтенән кесе ул (йыш ҡына – таҙ) образы, шулай уҡ үгәй ҡыҙ һәм төрлө ҡош ҡиәфәтенә керә алыусы бахыр килен образдары бик мөһим. Билдәле булыуынса, өсөнсө улдың йә ағалары, йә атаһы тарафынан рәнйетелгән итеп, үгәй ҡыҙҙарҙың үгәй әсә, йәш килендәрҙең ҡәйнә яғынан ҡыйырһытылған бахыр итеп күрһәтеүҙең социаль тамыры быуаттар төпкөлөнә – тәүтормош-община ҡоролошоноң емерелеү дәүеренә барып тоташа. Патриархаль ғаиләнең тарҡалыу осоронда төпсөк ул социаль яҡтан ҡыйырһытылған, рәнйетелгән булған. Сөнки ағалар, атай мөлкәтенән өлөш алып, башҡалана, ә кинйә ул, нигеҙ һаҡлаусы һәм төп ғаилә һыҙығын дауам иттереүсе булараҡ, әсәһе һәм һеңлеләре менән социаль яҡтан ауыр хәлдә тороп ҡала. Әкиәттәрҙә, төпсөк улдың исеменә бәйләп, ғәҙеллек, социаль тигеҙлек идеяһы яҡлана, һуңғараҡ, бигерәк тә социаль ҡыҫым һәм синфи иҙеү көсәйгән осорҙарҙа, ҡыйырһытылған төпсөк ул тураһындағы әкиәт сюжеттәре байтаҡ үҙгәрешкә дусар була. Байтағы ҡаһарманлыҡ мотивтәре менән үҫтерелеп, тылсымлы героик әкиәттәр репертуарына инеп китә.

Ғүмерҙәре фәҡирлектә үткән бабай менән әбейҙең берҙән-бер улын да әкиәттә бәхетле яҙмыш көтә. «Һонтай егете» әкиәтендә, мәҫәлән, етем ҡалған Янһары тылсымлы ҡатынға әйләнә, тәүҙә мәкерле батшаның бөтә ауыр шарттарын үтәй, һуңы-нан уны язаға тарттыра, ә үҙе бәхеткә ирешә. «Сәфәр» сюжетендә кесе ул Сәфәр ике ағаһы байлыҡ һорағанда атаһынан аҡыл һорай һәм аҡылы менән бөтә ауырлыҡтарҙы үтеп, аҙаҡ батша булып ултыра. «Тимерғаҙыҡ» әҫәрендә бәхет эҙләп сығып киткән егет, батша ҡуйған ауыр шарттарҙы үтәп, аҙаҡ рәхәтлектә донъя көтә. «Алтын балдаҡ», «Һунарсы Байғужа», «Серле йөҙөк» әкиәттәрендә ире үлгәндән һуң инде нисек көн итергә белмәгән етем әбейҙең яңғыҙ улы тәү ҡарашта аҡылға еңелерәк һымаҡ: атаһынан ҡалған һуңғы аҡсаға ул эт менән бесәй һатып алып ҡайта. Әммә аҙаҡ шул эт менән бесәй ярҙамында ул батша кейәүе булын китә һ. б.

Саф тылсымлы әкиәттәрҙәге үгәй әсә менән үгәй ҡыҙ, убыр ҡәйнә менән бахыр килен сюжете лә асылда ҙур патриархаль ғаиләнең тарҡалыу дәүеренә ҡайтып ҡала. Бер никахлы ғаилә (моногам) урынлашҡас, етем балаларҙың хәле ауырлаша: үгәй әсә уларҙы ҡыҫырыҡлай, рәнйетә. («Үгәй ҡыҙ», «Йомғаҡ» һ. б.) Ҙур ғаиләлә йәш килендәрҙең хәле лә ауыр. Улар ҡол хәлендә иҙелеп көн күрә. Был осраҡта ла әкиәт социаль тигеҙлекте һәм ғәҙеллекте яҡлап сыға.

Күп кенә сюжеттәрҙә үгәй әсә йәки ҡәйнә, яуыз мифик зат һыҙаттары менән характерләнеп, убырлы ҡарсыҡ ҡиәфәтендә күрһәтелә. Убырлы ҡәйнә киленеп әштән бушатмай, уға көн күрһәтмәй, һис тынғы бирмәй, һәр ваҡыт мыжып, игәп тора. «Бибиғәйшә килен» һәм «Убырлы ҡәйнә менән бахыр килен») әкиәттәрендә, мәҫәлән, убырлы ҡәйнә килененең күстәнәскә тип бешергән кәлсәләрен генә түгел, һуңынан үҙен дә тотоп ашай. Бындай әкиәттәрҙә үгәй әсә менән убырлы ҡәйнә, үҙҙәренең яуызлыҡтарын ғәҙәттә аҫтыртын эшләйҙәр. Шул уҡ ваҡытта йыш ҡына үгәй әсә, игәй-игәй, ирен дә яуызлыҡ юлына баҫтыра: үгәй баланы үлтерергә, урманға илтеп ташларға ҡуша («Ишәле менән Һоябикә»).

Саф тылсымлы әкиәттәрҙең бер торон мифик затҡа һатылған йәки вәғәҙә ителгән бала (малай йәки ҡыҙ) тураһындағы сюжеттәр тәшкил итә. Атаның быға мәжбүри ризалығы торло әҫәрҙә төрлөсә күрһәтелә. «Күк ҡарға» әкиәтендә, мәҫәлән, күк ҡарға күлдән килеп сыға һәм атын һуғарырға килгән ҡарттан, ҡурҡытып, улын бирергә вәғәҙәһен ала. «Алтын ашыҡ» менән «Шәғәле» әкиәттәрендә быны убырлы ҡарсыҡ эшләй. «Ала ҡарға»ла мифик зат сауҙагәрҙең карабын туҡтата һәм: «Йә мин һораған нәмәңде бирәһең, йә карабыңды батырам», – тип ҡурҡыта. «Батша, егет, аждаһа» әкиәтендә яуҙа йөрөп, өйҙә улы тыуғанын бөлмәгән батшанан аждаһа: «Артыңда бер нәмәң бар, шуны бир!» – тип, улын бирергә ризалығын ала.

Тылсымлы әкиәттәрҙә мифик заттар ҡайһы саҡта кешегә ярҙам да күрһәтергә мөмкиндәр. Мәҫәлән, «Ҡарамулла», «Нөрхөтдин» әкиәттәрендә әбей менән бабайҙың улдарын сихырсы уҡырға өйрәтә.

Саф тылсымлы әкиәттәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың торло ҡош ҡиәфәтенә инеүе ҙур урын биләй. Ундай сюжеттарҙа ҡәйнәһенән рәнйетелгән йәш ҡатын, йәки түҙеме бөткән үгәй ҡыҙ ҡош булып осоп сығып китә, йәшертен генә балаһын имеҙеп йөрөй («Күгәрсен», «Күкен», «Күк һыйыр», «Ҡуңыр һыйыр», «Алтын сабаҡ»). Үгәй ҡыҙҙың аҡыллы һәм уңған булып сығыуы, һәйбәт кейәүгә кәләш булыуы, быға сәмләнеп, үгәй әсәнең уны үҙ ҡыҙы менән алмаштырыуы кеүек мотивтәр ҙә ошо типтағы сюжеттәргә ҡарай. Бындай әкиәттәр, ҡағиҙә рәүешендә, ирҙең ҡош ҡиәфәтендәге ҡатынын аңдып тотоп алыуы, ялғансы ҡыҙ һәм мәкерле үгәй әсәне язалауы менән тамамлана.

Үгәй әсә менән үгәй ҡыҙ тураһындағы сюжет типтарының бер төркөмө– үгәй әсәнең талабы менән урманға илтеп ташланған үгәй ҡыҙ тураһында. Үгәй ҡыҙҙы үгәй әсәһенең ҡушыуы буйынса, атаһы алып барып ташлай. Төрлө тылсымлы йән һәм предметтәр ярҙамында ҡыҙ тере ҡала, етешле тормош ҡороп ебәрә, ә үгәй әсәнең үҙ ҡыҙы һәләк була. Был типтағы сюжеттәр башҡорт халҡының әкиәт эпосында айырыуса киң таралған: «Үгәй ҡыҙ менән убырлы әбей», «Сүлмәк анай» (варианттар), «Ишәле менән Һоябикә», «Үгәй әсә», «Ҡәмәмбәт», «Меҫкен ҡыҙ» һ. б. «Үгәй ҡыҙ менән бисура» әҫәрендә бабай ҡыҙын мунсаға алып барып ташларға мәжбүр була, ә «Үгәй ҡыҙ», «Йомғаҡ», «Үгәй ҡыҙ Гөлбикә» әкиәттәрендә үгәй әсә үгәй ҡыҙҙың тылсымлы йомғағын тәгәрәтеп ебәрә, йомғаҡты эҙләп килеп, ҡыҙ урмандағы сихырсы әбей өйөнә килеп инә. Үҙенең яҡшылығы менән үгәй ҡыҙ бәхеткә ирешә, ә үгәй әсәнең үҙ ҡыҙып сихырсы ҡарсыҡ ҡаты язаға тарттыра һ. б. В.Я. Пропптың әйтеп үтеүенсә, был типтағы сюжеттәрҙә тәүтормош-община ҡоролошо кешеһенең рухтар менән аралашып йәшәү тураһындағы ҡараштары сағылып ҡалғандар.

Еңгәләре тарафынан рәнйетелгән ҡәйенһеңлеләр тураһындағы сюжеттәр ҙә башҡорт халҡының әкиәт эпосында ҙур ғына урын ала («Батимаҡай», «Гөлсәсәк», «Мәкерле еңгә» һ. б.). Көндәштәре тарафынан нахаҡҡа рәнйетелгән йәш ҡатын тураһындағы сюжеттәр шулай уҡ ҙур популярлек ҡаҙанғандар. Был тип сюжеттәрҙә йәш ҡатындың балаларын көндәштәре көсөк балалары менән алыштыралар, ә балаларҙы һыуға ташлайҙар. Йәш ҡатын тәүҙә сикһеҙ кәмһетелеүҙәргә дусар ителә, һуңынан дөрөҫлөк асыла, оло ҡатындар язаға тарттырылалар («Ҡара көсөк», «Батшаның өс ҡатыны» һ. б.).

Ғәҙәттә кем тарафынан булһа ла ҡыйырһытылған, кәмһетелгән егеттең йә ҡош, йә башҡа берәй йәнлек ҡиәфәтендәгө ҡыҙға өйләнеүе тылсымлы ҡатын тураһындағы сюжеттәрҙе тәшкил итә. Был типтағы әкиәттәрҙә мәкерле ҡәйнә, көндәш еңгәләр, ҡайһы саҡта егет үҙе йә аңғармаҫтан, йә ҡотҡоға бирелеп ҡатындың тунын утҡа яға, һуңынан ҙур ҡыйынлыҡтарҙы үтел, ҡатынын табып алып ҡайта («Ныу ҡыҙы», «Әрмәнде тун», «УЁс килен»).Тылсымлы ир тураһындағы сюжеттәрҙә геройҙар ғәҙәттә үгеҙ, эт, йылан һәм башҡа йәнлектәр ҡиәфәтендә хәрәкәт итәләр («Үгеҙ», «Ҡара эт», «Йылан Йәркәй», «Йылан батыр» һ. б.). Фольклористәрҙең фекеренсә, был типтағы сюжеттар тылсымлы ҡатын тураһындағы сюжеттәргә ҡараганда һуңыраҡ осорҙарҙа тыуғандар һәм йыш ҡына теге йәки был араның, ырыуҙың килеп сығышы тураһында генеалогик легенда төҫөн алғандар.

Билдәле булыуынса, ҡайһы бер боронғо башҡорт ырыуҙары, бигерәк тә, ырыу аралары айыу, ҡуян, йомран, йылан һ. 6. шундай тотемистик исемдәр менән аталғандар. Башҡорт халҡының ырыу-ҡәбиләләрен сағылдырған таблицанан күренеүенсә, көнбайыш башҡорттарҙа йылан ҡәбиләһе һәм ырыуҙары булған. Тимәк, был ҡәбиләлә һәм ырыуҙарҙа бик боронғо замандарҙа йылан тотемаһы булған һәм йылан культе йәшәгән тин фараз итергә мөмкин. Йылан тотемаһы тураһындағы боронғо мифологик хикәйә тылсым сығанағы булараҡ әкиәттәрҙә файҙаланылған һәм беҙҙең көндәргәсә килеп еткән.

Шулай итеп, саф тылсымлы әкиәттәрҙең күпселегендә үгәй әсәләр (еңгәләр, аталар, ҡәйнәләр, ағайҙар) үгәй ҡыҙҙы (һеңлеләрҙе, ҡустыларҙы, улдарҙы, йәш ҡатынды, киленде) урманға оҙаталар, йә үлтереп, йә тереләй урманға ташлаталар. Фольклористәрҙең фекеренсә, тәүтормош йәмғиәте өсөн хас төрлө серле йолалар, магик характерҙәге ғөрөф-ғәҙәттәр урманда башҡарылғандар, шуға күрә тәүтормош кешеләре аңында урман төшөнсәһе һәр ваҡыт тылсымлы мәғәнәгә эйә булған. Асылда, улар ҡарашында урман эсенә инеү теге донъяның ҡапҡаларын асыу, ә урмандан ҡайтыу теге донъянан ҡайтыу булып аңлашылған. Тәүтормош-община ҡоролошоноң емерелеү дәүерендә, йәғни тылсымлы әкиәттәрҙең формалашыу осоронда, архаик йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр тураһындағы хикәйәләр үҙҙәренең реаль мәғәнәләрен юғалтҡандар, тылсым сығанағына әүерелгәндәр һәм социаль мотивтәр менән һуғарылғандар. Дәүерҙәр үтә килә әкиәттәргә яңынан-яңы мәғәнә өҫтәлә килгән. Үгәй образы (үгәй ул, үгәй ҡыҙ, килен, йәш ҡатын һ. б.) социаль-тарихи яҡтан рәнйетелгән кешеләрҙе кәүҙәләндереүҙең традицион формаһына әүерелгән, һәм ул, кәмһетелгәндәрҙе идеаллаштырыуҙың художестволы ысулы булараҡ, бөтә дәүерҙәргә ҡулайлаша килгән.Саф тылсымлы әкиәттәр, башҡа төр әкиәттәр кеүек үк, ҡағиҙә рәүешендә: «Борон-борон заманда бер бабай менән әбей булған, ти», – тип башлана. Артабан әбей менән бабайҙың балалары (нисә ул һәм ҡыҙы) булыуы-булмауы мотлаҡ рәүештә әйтелә. Күп кенә тылсымлы әкиәттәрҙә «бер әбей менән бер бабайҙың» социаль хәле (ярлы, ас, туҡ көн итеүҙәре), шулай уҡ хужалыҡ ысулы бер-ике һүҙ менән генә булһа ла әйтеп үтелә. Ваҡыт характеристикаһынан һуң сюжеттең төйөнләнеү моменте бирелә, артабан ваҡиғалар үҫеше китә. Әкиәттәрҙең сиселеш моментендә геройҙарҙың ирешкән уңыштарын һөйләү урын ала («рәхәтләнеп донъя көтөп, бала-саға үҫтереп әле булһа йәшәйҙәр, ти»; «Батша халыҡтан айырылып, ҡаңғырып йөрөй торгас, астан үлгән дә ҡуйған, ти»; «Әкиәтем ары китте, үҙем бире ҡалдым»; «Әкиәт бөттө, мин ҡалдым, инде атымды һеҙгә апарып туғарҙым»; «Әкиәт ошо ерҙә тамам. Бар сағында – байрам, юҡ сағында – айран»; «Әкиәтем оҡшаһа ярат, бүтәндәргә тарат, оҡшамаһа, юҡты таптырма, башты ҡатырма» һ. б.). Ҡайһы бер әкиәттәр өндәү, өгөт-нәсихәт менән бөтәләр. Мәҫәлән, «Убырлы ҡәйнә менән бахыр килен» әкиәте шулай тамамлана:

«Халыҡ йыйылып тыңлай, ти. Скрипка көйләй, ти, һаман да шул хәбәрҙе һөйләй, ти:

 

Киленегеҙ ас йөрөмәһен,

Мин күргәнде күрмәһен...»

 

Ҡайһы бер әкиәттәрҙең айырыуса көсөргәнешле урындары шиғри формала башҡарыла. Мәҫәлән, «Шәғәле» әкиәтендә оло һарат, кесе һаратты ҡыуып килә-килә, хәлдән тайыр сиккә еткәс:

 

Энем һарат, тороп тор,

Энем һарат, тороп тор,

Дүрт аяғым бик талды,

Туҫтаҡтай күҙем һыуалды.

Энем һарат, тороп тор.

Энем һарат, тороп тор... –

 

тип һамаҡлай. Уға кесе һарат та һамаҡлап яуап бирә:

 

Ағам һарат, тормайым,

Ағам һарат, тормайым,

Дүрт аяғың бик талһа,

Туҫтаҡтай күҙең һыуалһа,

Іҫтөңдәге мәскәйҙе

Һелкеп ташлап китһенә.

 

Әкиәттә был шиғри юлдар өс тапҡыр ҡабатлана. Шәғәленең, үҙенең эттәрен саҡырыуҙы үтенеп, ҡарғаларға, һайыҫҡандарға һәм аҙаҡ турғайҙарға мөрәжәғәт итеүендә хәлдең үтә киҫкен булыуы аңлашыла. «Убырлы ҡәйнә менән бахыр килен» әкиәтендә поэтик формала башҡарылған урындар әкиәттең, төп мотивен асалар. Тәүҙә убырлы ҡәйнә менән бахыр килендең, һуңынан бахыр килен менән ата-әсәһенең, туғандарының диалогы, иң аҙаҡтан скрипка тауышы шиғри юлдарҙа бирелә.

Шиғри диалог йәки бер персонаждың үтә тәьҫирләнеп икенсеһенә шиғри телдә һүҙ әйтеүе хайуандар тураһындағы әкиәттәрҙә лә осрай. Мәҫәлән: «Сысҡан, айыу, бүре, төлкө...», «Дүрт дуҫ», «Бүре менән кәзә», «Әтәс менән Һан ағай» һ. б.

Поэтик формала башҡарылған урындар, психологик кисерешле булып, әкиәттең тәьҫир көсөн арттыралар.

 

Поделись с друзьями: