Ҡариҙел


Борон заманда, ҡалын урманда, хәҙерге Ҡариҙелдең башында, йәшәгән, ти, бер батыр. Бик күпте күргән, күп ерҙәрҙә йөрөгән, ил гиҙгән, яу сапҡан батыр булған, ти, был. Ин һуңғы тапҡыр яуға барған сағында бик күп батырлыҡ күрһәткәне өсөн был егетте батша үҙе саҡыртып алған да әйткән, ти:

– Һин, егет, илде һаҡлап алып ҡалдың. Бының өсөн һиңә рәхмәт. Инде йәнеңә ни теләйһең, минең хазинанан шуны ал.

Рәхмәт,– тип әйтте, ти, егет,– миңә бер төрлө лә байлыҡ кәрәкмәй. Һин, батшам, миңә ике төрлө нәмә бир-һәң, шул етә.

– Рәхим ит, уланым,– тип әйтте, ти, батша,– ни теләһәң, шуны бирергә ризамын.

– Һин миңә, батша хәҙрәттәре– тип әйтте, ти,– мөмкин булһа, азатлыҡ бир. Мин бер ситкә китәйем дә үлгәнсе иректә йәшәйем.– Ярай,– тип әитте, ти, батша,– уйлап ҡарарбыҙ, икенсе һорауың нимә?

– Икенсе үтенесем – ат. Миңә һин, батшам, алтын һарайыңдағы ҡара айғырыңды бир. Ғүмер буйы ситтә йәшәһәм, бер иптәшем булыр.

Батша бер аҙ уйға ҡалды, ти: егеттең ике үтенесе лә ауыр бит инде.

– Әйткән һүҙ – атҡан уҡ, батшам, ауыҙыңдан сыҡҡан һүҙеңде иҫеңә төшөр.

Шунан батша атты килтерергә әмер бирҙе, ти, егетте ирекле тип иғлан итте, ти.

Батыр егет, ҡара айғырҙы менеп, осҡан ҡоштай елеп, үҙенең тыуған иленә, Урал тауҙарына, ҡайтып килде, ти. Тегенең айғырына һоҡланмаған кеше ҡалманы, ти. Бик яман көнләшә лә башланылар, ти, бынан. Дуҫ бар, дошман бар, айғырға ҡул һалырға теләүселәр ҙә ишетелә башланы, ти. Шунан был батыр уйлай: «Минең иркем бар, менергә айғырым бар. Ни эшләп әле мин бында ятам?» Китте, ти, был сығып, йөрөнө, ти, ил гиҙеп, шунан бер тау итәгенә барып урынлашты, ти. Тауҙы умырып өң яһаны ла шунда йәшәй башланы, ти.

Ул арала инде ҡара айғырҙың даны бөтә илдәргә таралып өлгөргән була. Бөтә илдәрҙән ошо айғырҙы күрер өсөн сапҡындар килә икән, ти. Әллә ҡайһы илдәрҙән әллә ниндәй батшалар, айғыр өсөн әллә күпме бүләктәр бирмәк булып, әллә нисәмә кеше ебәрҙеләр, ти.

Шунан айғыр үҙе телгә килеп әйтте, ти:

– Эй, егетем, йоҡлап ятма, әйҙә китәйек. Беҙ икәү юлда булһаҡ, берәү ҙә мине һинән ала алмаҫ.

– Юҡ,– тип әйтте, ти, егет,– мин һине, айғырҡайым, былай ҙа кеше ҡулына бирмәм. Бына ошо тау эсенә йәшерермен.

Ул тауҙы тағы аҡтарып, айғырға урын яһап, өҫтөнән таш менән ябып бикләп тә ҡуйҙы, ти. Айғырға ҡыҙығыусылар бөтә ерҙе аҡтарып киләләр. Шул саҡ айғыр, моңайып, бер кешнәп ебәрә. Әллә ҡайҙарға киткән, ти, уның тауышы. Шунан быны инде белеп алып, йылғыр сапҡындар килеп тә тәләр. Теге батырҙы, аңдып тороп, тотоп алалар ҙа, айғыр ятҡан урынды табып, ташты аҡтара башлайҙар. Шунан айғыр, эште һиҙеп алып, ишектәге таш алынғанды көтөп тора ла атылып сыға ла ҡаса.

Тегенең тояҡ көсөнә тау ишелеп киткән дә, атылып шишмә килеп сыҡҡан. Айғыр урмандар, тауҙар аша әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа борола-борола саба икән, ө тауҙан бәреп сыҡҡан көслө һыу уның тояҡ әҙенән ҡалышмай ағып бара ла бара икән. Шунан ҡара айғыр сабып, Ағиҙел буйҙарына барып сыҡҡан да күҙҙән юғалған. Уның тураһында башҡа ишетеүсе лә, күреүсе лә булмаған. Ә һыу Ағиҙелгә барып ҡушылған да ағып киткән.

Бына шулай барлыҡҡа килгән, ти, Ҡариҙел йылғаһы.

 

Поделись с друзьями: