Урал батыр. 4-се бүлек

Шүлгәндең дейеү батшаһы Әзрәҡә хәйләһенә эләккәне, Әзрәҡә мәкерен үтәргә Самрау батша иленә барғаны, Һомай уны һарай аҫтына япҡаны


Уңдан киткән Шүлгән дә
Осраған, ти, бер ҡартҡа.
Ни эҙләүен был яҡта,
Килгән саҡта юлында
Осрағанын бер ҡартҡа, –
Барын һөйләп биргәс тә,
– Был ҡарт тағы Шүлгәнгә,
Сер йәшермәй, эс тартмай,
Былай тиеп әйткән, ти:
– Һин осраған ул бабай –
Минең ҡустым булыр ул,
Минең менән бер илдә
Тыуып үҫкән ине ул;
Уның йөҙө хәҙер ҙә –
Ап-аҡ һаҡал, сал ҡарттыр,
Саҡ йәнене аҫырарҙай,
Үҙе ҡаҡшау, ябыҡтыр.
Бына мине күрәһең–
Бер егеттәй тиерһең,
Уны – ҡустым тигәнгә,
– Был ҡарт алдай, – тиерһең.
Уның сере шул, егет,
Шуны яҡшы бел, егет:
Беҙҙең илдә бар кеше лә –
Өлкәне йәнә йәше лә –
Барыһы ла туғандай,
Бер әсәнән тыуғандай;
Илде талап йөрөмәҫкә,
Кеше ҡанын ҡоймаҫҡа;
Ил ынйыһын йәшереп,
Ергә күмеп ҡуймаҫҡа;
Тапҡан-таянған бары
Һис айырым булмаҫҡа;
Көслөнөкө – байман, тип,
Еҫерҙе сит күрмәҫкә;
Ҡыҙға әсә булғанды
Хур әсә, тип кәмһетеп,
Балаларын һыуға атып,
Ундай йола ҡылмаҫҡа,–
Тигән илдең анты бар.
Ҡустым шуны тотманы,
Көсө еткән йәндәрҙең
Барын ҡырҙы, туҡманы,
Ҡыйыратты, ашаны;
Үлем тигән яуызға
Дуҫ, дошманын табырға,
Илдә күп ҡан ҡойорға
Йола таба башланы.
Шуға уны был илдән,
Тыуып үҫкән еренән
Бөтәһе лә берлектә
Ситкә ҡыуып ташланы.
Хәҙер илдән йыраҡта
Үҙе йәшәй тарлыҡта,
Ғүмере үтә зарлыҡта;
Шуға уның төҫ-башын
Үлем, ҡартлыҡ ҡапланы, –
Тиеп, был ҡарт һөйләгәс,
Шүлгән эште аңлаған,
Шул илде барып күрергә,
Ни барыны белергә
Ҡарттан юлын һораған,
Ҡарт йәшермәй һөйләгән.
Ай киткән, ти, йыл киткән,
Күп йылға, тауҙар үткән.
Ҡайҙа ғына төн булһа,
Шунда ятып йоҡлаған.
Барып сыҡҡан бер ергә,
Осраған бер күлгә,
Ситен ҡуға уратҡан,
Томбойоҡтар япрайып,
Тик ағастай, сәскә атҡан;
Һаҙмыт түгел, ҡырсын төп,
Өйрәк, аҡҡош, ҡыр ҡаҙы
Йөҙөп йөрөй – шундай күп.
Күлдә ятҡан балығы,
Ялтуш, сабаҡ, суртаны
Бергә йөҙөп уйнайҙар,
Бер-береһенә теймәйҙәр.
Быны күргәс, туҡтаған,
Арыҫлан ҡылыны алып,
Мәскәү яһамаҡ булған,
Балыҡ ауламаҡ булған.
Мәскәүенә һап эҙләп,
Ҡуйы таллыҡҡа ҡарап,
Атлап алға киткәндә,
Тал төбөнә еткәндә:
Талда һайрап ултырған,
Һандуғасты ҡушарлап,
Әберсендәр теҙелгән;
Яғылбай ҙа, ҡарсыға,
Тағы турғай күренгән.
Тау битенә күҙ һалһа,–
Ҡуй-һарыҡ та, бүре лә,
Әтәс, тауыҡ, төлкө лә
Бер тирәгә йыйылған.
Шүлгән күреп, туҡтаған,
Ҡарт һүҙене иҫләгән:
– Тәү батшаға барайым,
Һарай серен беләйем,
Ҡайтыуҙа юл ыңғайы
Барын аулап ҡарайым,–
Тиеп Шүлгән уйлаған,
Арыҫланына менгән дә,
Үҙ юлына ыҡлаған.
Китеп барған сағында,
Ҡасып ултырған Зәрҡумға
Шүлгән килеп тап булған.
Зәрҡум бынан һорашҡан,
Шүлгән танмай һөйләшкән.
Зәрҡум үҙен Әзрәҡә –
Дейеү батша улы тип,
Сер йәшереп алдашҡан.
Әзрәҡәгә барырға,
Күп бүләктәр бирергә,
Бергә алып китергә;
Йәншишмәнән һыу алып,
Теләгәнсә бирергә
Зәрҡум уны димләгән;
Шүлгән серҙе белмәгән.
Былар бергә киткән, ти,
Былар күп ер үткән, ти;
Бер саҡ ергә тоташҡан,
Үҙе күккә олғашҡан
Ҡара нәмә күренгән.
Болот микән, тау микән?
Тау тир инең – ҡайнай, ти,
Болот тиһәң – шаулай, ти,
Шүлгән быға аптырап,
Юлдашынан һорай, ти.
Зәрҡум уға былай ти:
– Ул күренгән ҡарасҡы –
Һарайҙы һаҡлап тороусы,
Беҙҙе күреп килеүсе
Ҙур дейеүҙең берәүһе.
Туҡта, һин аҙ көтөп тор,
Ошо урында тороп тор,
Мин тәү барып әйтәйем,
Ҡунаҡ килде, тиәйем, –
Беҙҙе килеп алыр ул,
Һарайға алып барыр ул,–
Тип, Шүлгәнде ҡалдырған.
Үҙе дейеүгә барған,
Юлдашымды, үҙемде
Һарайға илт, тип һораған.
Дейеү хәбәр иткән, ти,
Батша серҙе һиҙгән, ти,
Дейеүҙәргә ҡушҡан, ти.
Ике толпар етәкләп,
Батыр ирҙәй олпатлап,
Ҙур ҡунаҡтай йүпәтләп,
Бер ҙур дейеү килгән, ти,
Шүлгән менән Зәрҡумды
Һарайға алып киткән, ти.
Һарайға барып еткән һуң,
Шүлгәнде Зәрҡум ҡалдырып,
Хәбәр итеүен белдереп,
Үҙе һарайға ингән, ти,
Батшаға ҡул биргән, ти,
Әзрәҡәнең янында
Атаһыны күргән, ти.
Ҡәһҡәһә менән Әзрәҡә
Урал турында уйлашып,
Икәү-ара һөйләшеп,
Аптырашып, алъяшып
Ултырған саҡ икән, ти.
Һынсы дейеүҙәр килеп,
Бер ҡарт дейеү бик белеп:
– Анау саҡта, ай, батшам,
Бер йәш бала тыуғанда,
Шуның тауышы килгәндә,
Күктә осҡан дейеүҙәр
Бары ҡолап төшкәйне.
Баланы урлап алырға,
Үлтереп юҡ ҡылырға
Барған дейеү, ендәрҙең,
Бала текләп ҡарағас,
Тоторға тип уҡталғас,
Барған бере ҡурҡыуҙан
Йөрәге ҡубып үлгәйне.
Шул баланың сыҡҡанын,
Илгә яҡынлашҡанын,
– Алам тигән уйының
Йәншишмәгә төшөүҙән
– Шишмә ҡурҡып ҡайнауын,
Яртылаш һыуы ҡайтыуын
Хәбәр итеп алғайның –
Ҙур ҡайғыға ҡалғайның.
Батшам, сара эҙләйек,
Ҡул ҡаушырып тормайыҡ;
Берәй кеше табайыҡ,
Самрау ҡоштоң Аҡбуҙын
Кеше аша алайыҡ,
Һис булмаһа – урлайыҡ.
Әзрәҡә: – Аҡбуҙатты алырға,
Уға эйәр һалырға
Йә булмаһа, ул атты
Был донъянан юйырға
Ете дейеү ебәрҙем.
Күктә торған буҙ аттың
Урынын үҙем күргәҙҙем.
Улар барып баҫтырҙы,
Тота алмағас яҡшылап,
Ат уларға килмәне,
Дейеүҙәрем ғәрлектән
Кире илемә инмәне:
Күктә ҡалды хур булып,
– Етегән тигән исемдә
Мәңге ҡалды ут булып.
– Һис булмаһа һары атын
Алайым, тип уйланым.
Айҙан тыуған ҡыҙы бар,–
Шуны урлап ҡараным.
Ҡыҙы тотҡон булһа ла,
Аты бүләк булһа ла,–
Ул ат һаман килмәне,
Һис теләгем булманы.
Хәҙер беҙгә шул кәрәк:
Кеше булған ир кәрәк,
Ҡояш ҡыҙы Һомайҙы
Арбай алыр ир булһын,
Был донъяла бер булһын.
Ҡыҙ, яратып егетте,
Аҡбуҙ менән булатты
Бүләк итерҙәй булһын.
Буҙ ат менер ир тапһаҡ,
Ҡыҙ теләһә, ҡыҙ биреп,
Мал теләһә, мал биреп,
Баш булам тип ымһынһа,
Берәй илгә баш ҡылып,
Ул егетте арбаһаҡ,–
Беҙ Уралды еңербеҙ,
Ер өҫтөндә кешенән
Тарлыҡ-мазар күрмәбеҙ,
Теләгәнебеҙ итербеҙ, '
Барын ҡулда тоторбоҙ! –
Тигән һуң Әзрәҡә,
Зәрҡум, алға сыҡҡан да,
Батшаға баш эйгән дә,
– Мин Уралдың ағаһын
Алып килдем,– тигән, ти
Үҙ хәйләһен аңлатып,
Теҙеп һөйләп биргән, ти.
Барыһы ла шатланған,
Зәрҡум батша алдында
Маҡтау алып, данланған.
Шүлгән һарайға ингәс,
Әзрәҡә урын күрһәткән,
Бик йүпәтләп, олпатлап,
Таҡ янына ултыртҡан,
Зәрҡумды ул – улым, тип,
Ҡәһҡәһәне – дуҫым, тип,
Алдап-йолдап танытҡан.
Ни теләһә, шул әҙер,–
Ҙур ҡунаҡтай һыйлатҡан,
Бар байлығын күрһәткән;
Һарай ҡыҙҙарын йыйып,
Һылыуҙарын күҙләткән
Төркөм-төркөм ҡыҙҙары –
Барыһы һайлап ҡуйғандай,
Күҙҙең яуын алырҙай,
Күргәндәр таң ҡалырҙай.
Күмәк ҡыҙ уртаһында:
Буҙ таштар араһында
Айырым бөртөк ынйылай,
Күктә балҡып йәмләнгән
Йондоҙҙарҙың айындай;
Һылыуҙарҙың битендә
Айырым торған миңендәй,
Типһән-туғай үләне
Йәмләп торған гөлөндәй –
Һылыуҙарҙың һылыуы
Айһылыуҙы күргәс тә,
Шүлгән күҙен текәгән,
Түҙемлеген юғалтып,
Зәрҡумғә быны һөйләгән.
Зәрҡум уны – һеңлем, тип,
Кейәү итәм һине,– тип,
Шүлгәнде ул алдаған,
Шүлгән быға йән атҡан;
– Атама хәҙер әйтәм, тип,
Зәрҡум уны йыуатҡан.
Әзрәҡә эште аңлаған,
Алап һалып, Ҡот тауға
Бар дейеүҙе йыйнаған.
Айһылыуҙы саҡырып,
Аулаҡ ергә алдырып,
Урланған ҡыҙ икәнен
Шүлгәнгә һис әйтмәҫкә,
Һарайҙан сығып йөрөмәҫкә,
– Мин әйткәнде тотмаһаң,
Башың өҙөп ашармын,
Кәүҙәң утҡа ташлармын,–
Тигән һүҙен аңлатҡан,
Айһылыуҙы ҡурҡытҡан.
Данлы туйын ҡорған һуң,
Шүлгән кейәү булған һуң,
Ҡыҙ ҙа һылыу булғанға,
Егетте лә һөйгәнгә,
Шүлгән шуға мауығып
Был һарайға йотолған,
Бөтә эше онотолған.
Берҙән-бер көн Әзрәҡә
Зәрҡум менән Шүлгәнгә
Самрау батшаның ҡыҙын,
Булат ҡылыс, Аҡбуҙын
Ала торған юлыны,
– Аҡбуҙатҡа менгән ир,
Булат ҡылыс тотҡан ир –
Бөтә донъя йөҙөндә
Ин ҙур батыр булыуҙы,
Барын баш эйҙереүҙе
Теҙеп һөйләп аңлатҡан, –
Төрлө яҡлап самалап,
Ҡул тамырыны тартҡан.
Шүлгәнгә быны аңлатҡас,
Һомайҙы ил маҡтағас,
Яуға ҡалһа, аҙағы
Дейеү ҙә бирәм тигәс,
Шүлгән бармаҡ булған, ти,
Һомайҙы алмаҡ булған, ти.
Зәрҡум, Шүлгән икәүһе
Үҙ-араһы һөйләшеп,
Бер дейеүгә менгәшеп,
Самрау батша иленә
Икәү бергә киткән, ти,
Күҙ асып, күҙ йомғансы
Барыр ергә еткән, ти.
Былар дейеүҙән төшкәндәр,
Шунда кәңәш ҡорғандар,
Һүҙ ыңғайы килгәндә,
Зәрҡум һөйләп киткән дә,
Урал турында һүҙ асып,
Былай тиеп, әйткән, ти:
– Бынан бик йыраҡ түгел
Аждаһа-йылан иле бар,
Ҡәһҡәһә тигән батша бар.
Шул батшаның ҡулында
Яуға ҡаршы ут булыр,
Теләгәндә – һыу булыр,
Ел-дауылдар ҡуптарыр
Бер хикмәтле таяҡ бар.
Анғармаҫтан-нитмәҫтән,
Берәүһе лә көтмәҫтән,
Бер батыр ир килгән дә,
Урлапмылыр, нисектер,
Шул таяҡты алған да –
Батшаһын да һөргән, ти,
Бөтә илен алған, ти;
Урал батыр булам мин, тип,
Үҙе батша булған, ти, –
Тиеп Зәрҡум Шүлгәнгә
Барын һөйләп биргән, ти.
Шүлгән Урал һаулығына,
Бер яғынан, шатланған,
– Урал өҫтөн булыр, тип,
– Мин йөрөнөм, ил гиҙҙем,
Илдә батыр танылдым, –
Тиеп, Урал маҡтаныр,
Илгә ҡайтҡас һөйләнер,
Барына яҡшы күренер,
Тиеп, Шүлгән Уралдан,
Бер яғынан, көнләшкән.
– Аҡбуҙатҡа менгәндә,
Булат ҡулда булғанда,
Бер ни ҡаршы киләлмәҫ, – тип,
Зәрҡум, Шүлгән һөйләшкән.
Зәрҡум, бергә килһә лә,
Серҙәш булып йөрөһә лә:
– Һомайҙы Шүлгән алыр ҙа,
Аҡбуҙатҡа менер ҙә,
Булат ҡылыс тотор ҙа,
Беҙҙән өҫтөн булыр, тип, –
Ул да эстән көнләшкән.
Шүлгән менән бер булайым,
Батырлығын һынайым,
Йә үлтереп Уралды,
Таяғымды алайым,
Теләгемде ҡылайым,
Барынан үс алайым, –
Тиеп Зәрҡум уйлаған;
Шуға маҡтап таяҡты
Шүлгәнгә ул һөйләгән.
Былар килеп ҡалғандар,
Һарайға күҙ һалғандар,
Һарай алды туп тулы
Ап-аҡ ҡоштар күргәндәр.
Ҡош тубынан берәүһе,
Был икәүҙе күргән дә,
Ситкә айырылып сыҡҡан,
Ҡош тубына ҡарата
Оран биргәндәй булған, –
Күҙ асып, күҙ йомғансы
Барлыҡ ҡоштар таралған.
Айырылған яңғыз ҡош
Быларға күҙ һалған, ти,
Күҙәтепме торған, ти;
Былар яҡын барған, ти,
Һомайҙы атап һорағас,
– Өйҙә юҡ ул,– тигән, ти.
Былар һорашып бөтмәгән,
Оҙаҡ ваҡыт үтмәгән
Ҡош туптары барыһы
Ҡош тундарын һалған да –
Һылыу ҡыҙға әйләнгән.
Шүлгән барыһын күҙләгән,
Айырыуса берәүһен.
Ни тиергә белмәгән:
Үҙе үҫеп, ил гиҙеп,
Бындай һылыу күрмәгән!
Йөҙө айҙай балҡыған,
Күкрәктәре ҡабарып,
Һылыу булып ҡалҡыған.
Тирә-яғы, бар ҡыҙ ҙа,
Һарай алды, бар ер ҙә
Шул һылыуҙан йәм алған,
Бары шунан йәнләнгән
Һымаҡ төҫлө тойолған,
Әйтерһең дә, бар донъя
Уға ҡарап эйелгән,
– Һомай тигән ошолор,–
Тиеп эстән уйлаған.
Ҡыҙҙар серҙе бирмәгән,
Шикләнгәнен ҡыҙҙарҙың
Был икәү ҙә һиҙмәгән;
Аралағы яңғыҙы,
Алға сығып бер үҙе,
Күс башлығы – инәләй,
Ҡунаҡ көткән эйәләй:
– Ил аралап йөрөгәнһеҙ,
Һомай ҡыҙҙы белгәнһеҙ,
Уға төбәп килгәнһеҙ,–
Әйҙә, һарайға үтегеҙ,
Һомай ҡайтыр – көтөгөҙ,–
Тип быларҙы өндәгән,
Һарай ишеген асып,
Ҡунаҡтарҙы ымлаған;
Һомай үҙен танытмаған,
Былар һүҙ ҡуҙғатмаған.
Былар һарайға ингән, ти,
Ҙур ҡунаҡтай кәпәйеп,
Түргә табан уҙған, ти.
Аҙ-маҙ ип-һип иткәс тә,
Һарайҙы томан баҫып,
Быларҙың һушы ҡасып,
Һарайҙа шау-шыу ҡубып,
Ике уртаға ярылып,
Шүлгән, Зәрҡум икеһе
Ер аҫтына осҡан, ти,
Ямға ҡолап төшкән, ти.
Тирә-яҡты һәрмәгәс,
Бер-берене тапмағас,
Быларҙа ҡурҡыу тыуған, ти.
Икеһе лә иҫ йыйғас,
Арлы-бирле йөрөгөләп,
Тирә-яҡты ҡармалап,
Һис сер белмәй алъяғас,
Шүлгән аптырап ултырған.
Зәрҡум уйлап тормаған,
Бер йыланға әйләнеп,
Ярыҡ-маҙар юҡмы, тип,
Сығырға юл эҙләгән,
Һомай белгән был серҙе,
Саҡырып алған бер ҡыҙҙы;
Ямды һыуҙан баҫтырған,
Һалҡын һыуҙы таштырған,
Зәрҡумды һыуҙа йөҙҙөрөп,
Аптырауға ҡалдырған.
Зәрҡум көшөл булған, ти,
Һыуҙа йөҙөп йөрөгән, ти.
Һомай быны башҡарғас,
Шүлгән янына барған, ти,
Һүҙен әйтә һалған, ти:
– Ҡараңғыға осҡан һуң,
Күңелең ҡурҡыу алдымы?
Миңә бысаҡ ҡайраған
Сағың алға килдеме?
Ҡурҡыуыма – ҡурҡыуың
Ҡарыу булһын, егетем;
Ҡан көҫәгән, йәш түккән,
Күптәр башына еткән,
Ҡан эсергә уҡталған
Уҫал йөрәгең бөтһөн,
Бәғерле йөрәк үҫһен.
Йөрәк майың иреһен,
Бөтә йәнде үҙендәй
Һөйөр бер күңел тыуһын;
Ҡыҙғаныусан йәш йөрәк
Уйыңа башсы булһын.
Шуға саҡлы был ерҙә,
Тере көйө шул гүрҙә
Башың ҡаңғырып ятһын.
Үҙенә юлдаш һайларлыҡ,
Яҡшы юлды табырлыҡ,
Илдә даны ҡалырлыҡ
Яңы кеше булырһың;
Яҡшыға юлдаш булырһың,
Йыландарҙан ҡасырһың,
Уны дошман белерһең,–
Тигән һүҙен әйткән дә
Һомай сығып киткән, ти.

 

Поделись с друзьями: