Айҙағы ике януар


Борон был яҡта әҙәм заты булмаған. Тау-ташта кейек-йәнлек кенә йөрөгән. Шунан бер ҡарт килеп сыҡҡан. Кейек-йәнлектәр, аптырап:

— Ни өсөн килдең? — тип һорағандар. Ҡарт әйткән:

— Сысҡанды бесәй тотор, сабаҡты суртан йотор, хайуанды хайуан ҡыуыр, бәндәне бәндә ҡырыр. Тыныс урын эҙләп килдем,— тигән.

Шул ерҙә оҙаҡ йылдар йәшәгән ул ҡарт. Бер саҡ был йылғаға төшөп йыуынайым тиһә, һыуҙан бер бағры килеп сыҡҡан.

— Ағай, мине суртан йоторға уҡтала,— тигән.— Башымды ҡайҙа ҡуяйым? — тигән.

— Таулы-ташлы йылғаға күс,— тигән ҡарт,— һалҡынға суртан менмәҫ.

Бағры шулай эшләгән.

Икенсе бер ваҡыт тауға менһә, бының ҡаршыһына бер һуйыр килеп сыҡҡан.

— Ҡайҙа барайым, ағай? — тигән был.— Мине бөркөт тибергә итә.

— Урманға ҡас,— тигән ҡарт.— Бөркөт тауҙа ғына оса ул.

Һуйыр шулай иткән. Урманға инеп, тыныслап йоҡлап киткән.

Өсөнсө бер ваҡыт туғай буйлап китеп барғанында, быға ике ҡоралай тап була.

— Ағай,— тиҙәр былар,— артыбыҙҙан бүре төштө. Ҡотҡар беҙҙе.

Ҡарт шунда быларға кәңәш бирә:

— Алмашлап сабығыҙ,— ти.

— Беребеҙ югергәндә, икенсебеҙ тороп ҡала бит,— тиҙәр былар.

— Улайһа, килегеҙ,— ти ҡарт,— мин бәйләп ебәрәйем һеҙҙе,— ти.

Шулай эшләй был ҡарт. Ҡоралайҙарҙың икеһен бергә килтереп, арҡаға-арҡа терәтеп, ҡушарлап бәйләй ҙә әйтә:

— Берегеҙ югергәндә, икенсегеҙ ял итә барыр,— ти,— арый башлаһағыҙ, һыртығыҙға әйләнеп китерһегеҙ.

Арттарынан төшкән бүре быларҙы ҡыуа килә. Былар еткермәйҙәр. Бүре ҡыуа, былар һаман алмашлап югерә. Килә торғас, ҡоралайҙар тау башына менеп етәләр.

— Һикер икенсе тауға,— ти өҫтәгеһе.

Югереп килгән ҡоралай тауға һикерәм тип айға һикерә лә ҡуя. Улар артынан килгән бүре лә һикерәйем тиһә, ан битенә барып төшә.

Бына шунан ҡалған, ти, ул ай битендәге ике януар. Улар мәңге бер-береһен ҡыуышыр, ти. Тик ҡыуып барғаны һис тә етә алмай, ти. Ни өсөн тиһәң, алдағыһының аяғы һигеҙ: дүртеһе сапҡанда, дүртеһе һыртында ял итә. Арый башланы иһә, һыртына әйләнә лә тағы саба...

 

Поделись с друзьями: