Нилектән Баймаҡ яғында ҡайһы бер ауылдар ике исемле


banner 13

Беҙҙең Иҫән ауылын башлап ебәреүсе Иҫән батыр Бөрйән ырыуының Янһары ауылынан була. Иҫән ауылы был тирәләге үтеп сыҡҡыһыҙ урман араһында, бынан өс йөҙ йылдар элек үк барлыҡҡа килә.

Иҫән батыр шулай уҡ икенсе ауылға ла нигеҙ һалып, уны үҙенең оло улының исеме менән Атанғол тип атай. һуңынан был ауылды тағы икенсе исем менән Назар ауылы тип йөрөтәләр.

Был тирәлә Брагингә ҡаршы күтәрелгән боланан һуң, батша хөкүмәтенең эҙәрләүҙәренән ҡасырға тырышып, күп ауылдар үҙҙәренең исемен алыштыра башлай. Берәй ауылға батшаның яза ғәскәрҙәре килеп, ауылдың исемен һораша башлаһалар, бер кем дә улар һораған ауылдың исемен белмәмеш булып сыға. «Атанғол ауылымы был?» — тип һораһалар, бөтәһе лә: «Юҡ, был Назар ауылы»,— тип яуап бирәләр икән. Язалаусылар бер ни ҙә белә алмайынса, ары китеп баралар.

Бына ни өсөн ҡайһы бер ауылдар беҙҙең яҡта йә Әмин, йә Таш ауылы, йә Ҡуяндар, йә Сәитбаттал, йә Аныҡ, йә Бәхтегәрәй, йә Ноғай, йә Тимер, йә Атанғол, йә Назар ауылы булып ике төрлө исем менән йөрөй.

 

Поделись с друзьями: